Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 44:2 - Изге Яҙма

2 Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 44:2
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ Шамма баҫыу уртаһында тороп алды ла ошо ерҙе һаҡлап ҡалды һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итте – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерҙе.


Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Раббы шуны белдерә: Ул Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.


Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе.


һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.


Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.


Фирғәүен аттары, яу арбалары һәм һыбайлылары менән диңгеҙгә инеүе булды, Раббы диңгеҙ һыуҙарын уларҙың өҫтөнә ишеп төшөрҙө. Исраил халҡы иһә диңгеҙ уртаһындағы ҡоро ерҙән атлап сыҡты.


Һинең алдан траштар ебәрермен, ул хиууиҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе һәм хиттиҙәрҙе ҡасырға мәжбүр итер.


Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Тик уның менән бергә барғандар: – Беҙ ул халыҡҡа ҡаршы бара алмайбыҙ, сөнки ул беҙҙән көслөрәк, – тип ҡаршы төштө.


Боронғо мәлдәрҙе хәтергә ал, Әүәлге быуындар тураһында уйла. Атайыңдан һора, ул аңлатһын, Ҡарттарҙан ҡыҙыҡһын, һөйләһендәр.


Һеҙҙән көслөрәк тә, күберәк тә булған ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуып, һеҙҙе алып килер, бына бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уларҙың ерҙәрен һеҙгә биләмәгә бирер өсөн шулай эшләне.


Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.


Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.


Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.


Ике әмөри батшаһын һеҙҙең ҡылыстарығыҙ түгел, һеҙҙең уҡтарығыҙ түгел, ә һеҙҙең алдан Мин ебәргән траштар алып ташланы.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ