1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Уның беҙгә мөхәббәте бөйөк, Тоғролоғо Уның мәңгелек. Раббыны данлағыҙ!
Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.
Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.
Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм, Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм.
Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.