Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 32:5 - Изге Яҙма

5 Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 32:5
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға. – Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. –


Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.


Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.


Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине: – Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә.


Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.


халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ хәсрәтен әйтеп, әрнеп доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,


Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.


Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?


Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.


Ярҙарында оя ҡора ҡоштар, Ботаҡтарға ҡунып һайрашалар.


Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.


Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан.


Мәкерле тел! Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең.


Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Зинасы ҡатындың да юлы шулай; ашар ҙа ауыҙын һөртөр: «Яман эш ҡылманым», – тиер.


Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.


Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.


Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни, Раббы миңә асыуланмай“. Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн Хөкөм итәсәкмен һине.


Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Әгәр ҙә кеше ошо эштәрҙең береһендә ғәйепле булһа, ул үҙенең гонаһын таныһын


Кеше Алланыҡын урлай аламы һуң? Һеҙ иһә Мине таламаҡ булаһығыҙ. Үҙегеҙ: „Һине нисек талайыҡ инде?“ – тиһегеҙ. Ғөшөр һәм хәйер-саҙаҡаларҙы урлайһығыҙ.


Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.


Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих арҡаһында ғәфү иткән кеүек, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.


– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ