1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Ул аҡылды күреп баһаланы, Уны нығытты, һынаны.
Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.
Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым, Һинең күҙеңдә яуызлыҡ булғанды эшләнем. Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең.
Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.
Аҡыл эйәләре – ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.