Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 18:8 - Изге Яҙма

8 Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә, Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 18:8
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине.


Тимерҙе ул һалам һымаҡ күрер, Баҡыр уға сөрөк ағас кеүек.


Ямғыр урынына боҙ яуҙырҙы, Бөтә илдә йәшенен йәшнәтте.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


«Раббыға ышанған икән – Ул ҡотҡарһын, Әгәр ҙә үҙ күрә икән – ярҙам итһен!»


Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла.


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.


Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр. Күк ҡабаҡтары асылыр, Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер.


Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.


Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.


Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ