Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 14:3 - Изге Яҙма

3 Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 14:3
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.


Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр? Бер кем дә!


Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?


Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?


Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.


«Белдер миңә ахырымды, Раббы, Һанаулы көндәрем күпме ҡалды? Беләйем фанилыҡтағы ғүмеремде!


Азат ит мине яуызлыҡ ҡылғандарҙан, Ҡан түгеүселәрҙең ҡулынан йолоп ал.


Ул төндә фирғәүен дә, хеҙмәтселәре лә, бөтә Мысыр халҡы ла уянды. Тотош Мысыр ерендә көслө иңрәү торҙо: бында үлем инмәгән бер генә өй ҙә ҡалмағайны.


Раббы уның һорағанын үтәне: фирғәүенде, уның хеҙмәтселәрен, тотош Мысыр халҡын күгәүендән ҡотҡарҙы. Бер күгәүен дә ҡалманы.


Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.


Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит.


Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.


«Мин ант итеп аталарығыҙға бирергә вәғәҙә иткән ул бәрәкәтле ерҙе был яман быуындан Йефунне улы Калевтан башҡа бер кем дә күрмәҫ. Бары Калев ҡына күрер. Ул атлап уҙған ерҙәрҙе уға һәм нәҫеленә бирермен, сөнки ул бөтә йөрәктән Раббы юлынан йөрөнө», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ