Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 8:44 - Изге Яҙма

44 Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

44 Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

44 Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 8:44
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».


Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.


Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.


Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары,


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.


Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса. Тегеләр: – Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ берәү генә: Ул – Алла, – тинеләр.


Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам.


– Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –


Йәһүдтәр: – Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.


Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.


Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым.


Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның бойороҡтарын үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ.


Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


Үҙенең имандашын күрә алмаған әҙәм – кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Абаддон, ә грекса – Аполлуон.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ