Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 8:15 - Изге Яҙма

15 Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 8:15
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!


Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.


Шуға күрә ҡанун көсһөҙләнде, Ғәҙел хөкөм итеүсе юҡ, Ғәйепһеҙҙе енәйәтсе еңеп сыға, Сөнки хөкөм эше залимлашҡан.


Ғайса теге кешенән: – Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораны.


Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем.


– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.


Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.


Тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!


Ҡатын: – Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы. – Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса.


Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.


Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтә нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


һеҙ имандаштар араһында кеше айырған яман уйлы хөкөмдарға әүереләһегеҙ түгелме?


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ