Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 8:12 - Изге Яҙма

12 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 8:12
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.


Ауыҙың тулы яманлыҡ, Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны.


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡаланы йәшереп булмай.


Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ, халҡың Исраилдың Даны.


Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.


Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса, китеп, уларҙың күҙенән юғалды.


Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.


Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡмын.


Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», – тигән бойороҡ бирҙе.


Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Паулус.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ.


Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһында йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ