Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 7:30 - Изге Яҙма

30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 7:30
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.


Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине.


Быны ишеткәс, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.


Баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре, был ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты.


Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә.


Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.


Улар Ғайсаны тағы эләктерергә тырыштылар, әммә Ул ҡулдарынан ысҡынып китеп барҙы.


Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне.


Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.


Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш ҡаһиндар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла йортоноң һаҡсыларын ебәрҙе.


– Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡулай.


Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ.


Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.


Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәргәндең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта бер кем дә бер нәмә лә эшләй алмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ