Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 7:17 - Изге Яҙма

17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 7:17
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.


Яман әҙәм ғәҙеллектең нимә икәнен белмәҫ, ә Раббыны эҙләүселәр тулыһынса аңлай.


Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.


Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.


Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр.


Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.


Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.


Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Кем – Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.


Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ