55 Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек.
«Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс!
Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.
Мин – ысын йөҙөм ағасы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә.
Минең тәнемде ашаған һәм Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.
Тәнемде ашаған һәм ҡанымды эскән кеше Миндә йәшәй, Мин иһә унда йәшәйем.
Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ.
Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ.
Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.
Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.