Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 6:45 - Изге Яҙма

45 Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

45 Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 6:45
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Бөтә балаларыңды Мин, Раббы, өйрәтәсәкмен, Улар камил бер именлек эсендә йәшәр.


Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.


Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.


Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.


Ул һүҙен дауам итте: – Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, һис кем Минең яныма килә алмай», – тинем.


Һаҡ булығыҙ, һеҙҙең менән пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә килеп сыҡмаһын:


Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Исраил нәҫеле! Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни?


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Беҙгә, рухи яҡтан өлгөрөп еткәндәргә, шундай фекерҙә булыу зарур. Әгәр берәй нәмәлә башҡасараҡ фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны ла һеҙгә асып бирер.


Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте,


«Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Ҡанундарымды уларҙың күңелдәренә һалырмын, зиһендәренә яҙып ҡуйырмын».


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ