43 – Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса.
Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ?
Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән: – Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны.
Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине: – Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы?
– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.
– Әгәр Мине ебәргән Атам алып килмәһә, яныма бер кем дә килә алмай. Миңә килгән кешене иһә Мин аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.
Әммә арағыҙҙа ышанмағандар ҙа бар, – тине. Ғайса кемдең Үҙенә ышанғанын һәм кемдең хыянат итәсәген баштан уҡ белә ине.
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.