Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 6:38 - Изге Яҙма

38 Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

38 Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 6:38
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.


Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә – ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Күктән Килгән иһә һәммәһенән өҫтөн.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.


Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.


– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.


Тере Атам Мине ебәргән һәм Мин Атам арҡаһында йәшәгән кеүек, Минең тәнемде ашаған кеше лә Минең арҡамда йәшәйәсәк.


Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө».


Ә «юғарыға күтәрелеп» тигәне «Мәсих ерҙең иң түбән урындарына ла төшкәйне» тигән мәғәнә бирә.


Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡтың асылын төшөндө


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ