5 Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине.
Ғайса малайҙың атаһынан: – Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны. – Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. –
Ибраһим нәҫеленән булған был ҡатынды Иблис ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Уны шәмбе көндә тышауҙан азат итергә ярамаймы ни? – тип яуапланы.
Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны.
Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]
Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан: – Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны.
Китеп барышлай Ғайса тыумыштан һуҡыр бер кешене күрҙе.
Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.
Лустра ҡалаһында аяҡтары йөрөмәгән бер кеше бар ине. Ул, тыумыштан уҡ ғәрип булып, бер ҡасан да атлай алмаған ине.
Шул мәл тыумыштан аҡһаҡ бер кешене алып килделәр. Уны көн һайын Алла йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына ултыртып, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ҡалдырып китәләр ине.
Ни өсөн тигәндә, һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.
Унда ул фалиж һуғып, һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.