Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 5:37 - Изге Яҙма

37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 5:37
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.


Залимға мәрхәмәт күрһәтелһә лә, Ул ғәҙеллеккә өйрәнмәҫ. Дөрөҫлөк хөкөм һөргән ерҙә яуызлыҡ ҡылыр, Раббының бөйөклөгөн ул күрмәҫ.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


– Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


Әммә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Шулай итеп, Мин Үҙем тураһында Үҙем шаһитлыҡ итәм һәм Минең турала Мине ебәргән Атам шаһитлыҡ бирә.


Раббы һеҙҙең менән ут эсенән һөйләште. Һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ, әммә рәүешен күрмәнегеҙ – бары тауыш ҡына бар ине.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк: был бит Алланың Улы тураһында биргән шаһитлығы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ