Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 5:24 - Изге Яҙма

24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 5:24
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.


Ғайса көслө тауыш менән: – Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәргәнгә инана, – тине. –


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.


Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кеше мәңгелек тормошҡа эйә.


Ә күктән төшкән икмәк иһә шундай: уны ашағандар үлмәйәсәк.


Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Был – күктән төшкән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,


Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ