Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 5:15 - Изге Яҙма

15 Ул кеше, йәһүд башлыҡтарына барып, үҙен һауыҡтырыусының Ғайса икәнен әйтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Ул кеше йәһүдтәрҙең башлыҡтары ҡаршыһына барып, үҙен Ғайсаның һауыҡтырыуын һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ул кеше, йәһүд башлыҡтарына барып, үҙен һауыҡтырыусының Ғайса икәнен әйтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 5:15
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә теге кеше, Ғайса янынан киткәс тә, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы, ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды. Шулай ҙа унда ла янына һәр тарафтан халыҡ ағылды.


Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.


– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки, Ул Мәсихтер? – тине.


Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.


– Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар.


Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрләй башланы.


Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәрҙә Уны үлтереү ниәте тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.


Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты. – Ул тәүҙә минең күҙҙәремә тупраҡты еүешләп һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.


– Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм.


– Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. –


– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ