Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 5:10 - Изге Яҙма

10 Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Шунлыҡтан йәһүдтәр уға: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 5:10
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,


Раббы былай ти: „Йәнегеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәгеҙ, шәмбе көндө йөк ташымағыҙ, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк күтәреп инмәгеҙ.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.


Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны.


Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне.


Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.


Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр.


Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Ни өсөн һеҙ шәмбе көндө тыйылғанды эшләйһегеҙ? – тип һораны.


Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.


Әммә ул: – Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине.


Ул кеше, йәһүд башлыҡтарына барып, үҙен һауыҡтырыусының Ғайса икәнен әйтте.


Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрләй башланы.


Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ?


Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизәне ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ