32 – Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.
Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Ғәйепһеҙ кешегә боҫҡон ҡорған ерҙәренән Көтмәгәндә атырҙар – ҡурҡып тормаҫтар.
Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.
Үҙ теленең емеше менән туя кеше, теле нимә таба, шуға ҡәнәғәт була.
Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –
Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.
Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.
Шәкерттәр үҙ-ара: – Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.
Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».