Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 3:19 - Изге Яҙма

19 Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 3:19
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡараңғылыҡ юлын өҫтөн күреп, тура юлдан тайпылғандарҙан,


Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы.


дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре,


Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән,


Мысырҙарҙың гонаһы һәм Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға килмәгән башҡа ҡәүемдәрҙең гонаһы өсөн бына шундай яза булыр.


Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер тормаған һәм ул ҡушҡанса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.


Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр.


Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған.


Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.


Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?


Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡмын.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр.


шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.


Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Иң тәүҙә шуны белегеҙ: һуңғы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ