Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 21:22 - Изге Яҙма

22 – Мин яңынан килгәнгә тиклем уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 – Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 – Мин яңынан килгәнгә тиклем уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 21:22
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.


Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.


Ул был һүҙҙәрҙе Петрустың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға: – Минең арттан бар! – тине.


Петрус уны күргәс: – Раббым! Уның менән нимә буласаҡ? – тип һораны.


Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, ышанысығыҙҙа ныҡ тороғоҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ.


Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ Биреүсе былай ти: «Эйе, тиҙҙән киләм». Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен үтәгәндәр бәхетле».


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ