Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 20:19 - Изге Яҙма

19 Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 20:19
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.


Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.


Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, таш йөрәкле булғандары өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанмағайны.


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылды. Был юлы Томас та улар менән бергә ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.


Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тибериас күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды:


Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине.


Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, бер кем дә Уның хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәне.


Ғазап сигеүҙәренән һәм үлгәненән һуң, күп һанлы дәлилдәр ярҙамында Үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул илселәренә ҡырҡ көн буйына күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.


тәүҙә Кефасҡа, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде.


Ғайса Мәсих – беҙҙең татыулығыбыҙ. Ул бит, араларҙағы кәртәне емереп, ике яҡтан бер бөтөн яһаны. Үҙен ҡорбан итеп, арабыҙҙағы дошманлыҡты юҡ итте.


Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын.


Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр яҡлап именлек бирһен. Раббы бөтәгеҙ менән бергә булһын.


Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».


Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ