Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 19:6 - Изге Яҙма

6 Баш ҡаһиндар һәм һаҡсылар Ғайсаны күргәс: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. Пилатос уларға: – Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Баш руханиҙар һәм һаҡсылар Уны күргәс: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. Пилат уларға: – Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Баш ҡаһиндар һәм һаҡсылар Ғайсаны күргәс: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. Пилатос уларға: – Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 19:6
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, ахыры нимә менән бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы.


– Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан.


Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.


Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине.


Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.


– Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ, – тине Пилатос. Йәһүдтәр: – Беҙҙең кемде лә булһа үлем язаһына тарттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тинеләр.


– Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем.


Ә улар: – Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. – Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилатос. Баш ҡаһиндар: – Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.


Пилатос йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ, хәҙер ул Кешене һеҙгә алып киләм. Белеп тороғоҙ, мин Унда бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманым, – тине.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ