Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 19:34 - Изге Яҙма

34 Әммә ғәскәриҙәрҙең береһе Ғайсаның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

34 Ә бер ғәскәри Уның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Әммә ғәскәриҙәрҙең береһе Ғайсаның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 19:34
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.


Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилатос янында баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар:


Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күрҙеләр һәм аяҡтарына теймәнеләр.


Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.


Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә һирпелеп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән,


Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.


Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ