Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 19:11 - Изге Яҙма

11 Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 19:11
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!


Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».


Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.


Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Шунда иң баш ҡаһин үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ!


Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны.


Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә.


Тәүҙә Уны шул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфастың ҡайныһы Ханнас янына алып барҙылар.


Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.


– Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилатос. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хакимлығым барлығын белмәйһеңме ни?


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.


– Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.


Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ