Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 18:37 - Изге Яҙма

37 – Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

37 – Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

37 – Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 18:37
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!


– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилатос. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


– Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Пилатос Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.


Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Ғайса уларға: – Үҙемә Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, шаһитлығым хаҡ, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. –


Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ.


Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ?


Кем – Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым.


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында.


Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәттән булыуыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ,


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ