Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 18:1 - Изге Яҙма

1 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Кедрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 18:1
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Алла кешене Ғедән баҡсаһына урынлаштырҙы һәм уға баҡсаны эшкәртергә, һаҡларға ҡушты.


Шулай итеп, Раббы Алла, үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен өсөн, Әҙәмде Ғедән баҡсаһынан сығарып ебәрҙе.


Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы.


Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.


Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы.


Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.


Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамынан сығарып, Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы, уны көл-туҙанға әйләндергәнсе онтап, ябай халыҡтың ҡәберҙәре өҫтөнә һипте.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра.


Ҡаһиндар Раббы ҡорамын паклар өсөн уның эсенә инә, ундағы бөтә нәжес әйберҙәрҙе ихатаға сығара, ә левиҙәр быларҙы Ҡидрон үҙәненә алып барып ташлай.


Йәрүсәлимдәге бөтә сит аллаларға булған ҡорбан усаҡтарын емереп ташлайҙар, хуш еҫ төтәтеү урындарын ватып, Ҡидрон үҙәненә ырғыталар.


үҙәндән китеп, күтәрелдем дә төн ҡараңғылығында диуарҙарҙы ҡарап йөрөнөм һәм Үҙән ҡапҡаһы аша кире ҡалаға әйләнеп ҡайттым.


Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.


Уны һыныҡтарға бүлеп, өҫтөнә зәйтүн майы ҡой. Был – икмәк саҙаҡаһы.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


Ғайса шәкерттәре менән Геҫшемани тип аталған урынға килде. Шунда уларға: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин арыраҡ китеп доға ҡылайым, – тине.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


Улар Геҫшемани тигән урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә: – Мин доға ҡылғансы, һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, – тине.


Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.


әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан бойороҡтарының барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!


Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петрус сабып өҙгән кешенең туғаны: – Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.


Яныбыҙға килде лә, Паулустың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Йәрүсәлимдәге йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағаб.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ