Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 17:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла: – Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 17:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,


Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!


Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә.


Ғайса быны ишеткәс: – Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине.


Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Ғайса: – Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы. –


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгелмен, сөнки Атам Минең менән.


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ