Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 16:22 - Изге Яҙма

22 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 16:22
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.


Раббы яңынан һала Йәрүсәлимде, Таралған Исраил халҡын ҡабат йыя.


Уларҙың бөтә һөйәген һаҡлар, Һис береһе һындырылмаҫ.


Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»


«Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.


Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.


ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.


Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –


Хужа уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр.


Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса: – Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны.


– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.


сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды.


Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петрусҡа: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Шимғон Петрус өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.


Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.


Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих Үҙе һәм Атабыҙ Алла


Һеҙ тотҡондағы әҙәмдәрҙең хәленә индегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ