14 Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине данлар.
14 Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине бөйөк итеп күрһәтер.
Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.
Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.
Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.
Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй һәм, үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.
«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.
Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.
Шулай итеп, Ул һеҙ иманлылар өсөн – намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды.
Ә Уның бойороғо шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул бойорғанса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.
Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.
Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.
Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.