1 Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем.
1 – Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем.
Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Шулай тип, Уны инҡар иттеләр. Ғайса уларға: – Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине.
Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.
Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.
Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.
Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.
Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын,
Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.