1 Мин – ысын йөҙөм ағасы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.
1 – Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.
Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.
Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.
Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.
Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.
Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.
Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?
Һинең әсәң һыу буйындағы баҡсала Үҫкән бер йөҙөм ағасы һымаҡ ине. Мул һыуҙарҙан тәлгәше суҡ булды, Емеше уңды.
Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.
Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.
– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.
Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһына эшселәр ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш.
Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.
Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.
Ғайса ошондай ҡисса һөйләне: – Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған.
Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.
Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.
Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә.
Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек.
Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта
Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.
Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы бойороҡ та, сөнки уның хаҡлығы Мәсихтә һәм һеҙҙә күренә. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ балҡый инде.