4 Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.
Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?
Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр.
Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.
Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,
Атам йортонда бүлмәләр күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?
Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.
Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.
– Хакимым! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Томас.
Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына яңынан, донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм.
Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.
Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.