Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 13:5 - Изге Яҙма

5 Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 13:5
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һыу алып килеп аяҡтарығыҙҙы йыуырҙар, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ.


– Хакимдарым, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ, миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ. – Юҡ, – тине улар. – Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ.


Барыһын да Йософтоң өйөнә саҡырҙы, аяҡтарын йыуырға һыу килтерҙе, ишәктәренә ашарға бирҙе.


– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр.


Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен.


Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.


Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.


Унан, ҡатынға табан борола биреп, һүҙен дауам итте: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды.


– Йыуынған кешене йыуып тороуҙың хәжәте юҡ, уның бөтә тәне таҙа була, аяҡтарын ғына йыуырға кәрәк. Һеҙ бит таҙаһығыҙ, тик бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.


Сират Шимғон Петрусҡа етте. Петрус: – Хакимым! Һинме минең аяҡтарымды йыуаһың? – тине.


– Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус. – Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса.


Әммә ғәскәриҙәрҙең береһе Ғайсаның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты.


Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Ҡарт уларҙы өйөнә алып ҡайтты, ишәктәренә ашарға һалды. Мосафирҙар иһә, аяҡтарын йыуып, ашарға ултырҙы.


Авигаил тороп йөҙтүбән ергә ҡапланды: – Мин ҡолоң хакимымдың хеҙмәтселәренең аяҡтарын йыуырға ла әҙер, – тип яуапланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ