15 Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем.
15 Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем.
Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.
Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен.
Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.
Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте.
Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.
Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.