Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 13:13 - Изге Яҙма

13 Һеҙ Мине Остаз һәм Хаким тип атайһығыҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ: Мин – Остаз һәм Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Һеҙ Мине Остаз һәм Хаким тип атайһығыҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ: Мин – Остаз һәм Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 13:13
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Дөрөҫ күрәһең, – тине Раббы. – Әйткәнемдең тиҙерәк бойомға ашыуын һәр ваҡыт уяу күҙәтәм.


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.


– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса.


Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


– Күберәк бурысы ғәфү ителгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап бирҙе Шимғон. Ғайса уға: – Һин дөрөҫ уйлайһың, – тине.


Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәсе менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле – уларҙың ҡустылары ине.


Шулай тигәндән һуң, Марта барып һеңлеһе Мәрйәмде саҡырҙы. Уға йәшереп кенә: – Остаз бында, Ул һине саҡыра, – тине.


Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте».


Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй һәм, үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.


Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.


Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.


Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ