Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 12:49 - Изге Яҙма

49 Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

49 Сөнки Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

49 Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 12:49
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.


Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ – Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.


әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан бойороҡтарының барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


Әйткән һүҙҙәреңде Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.


Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.


Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.


Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.


Шимғон Петрус: – Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит.


Ғайса: – Өйрәткәндәрем – Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәргәндеке.


Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәргәндән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.


Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмағанымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләгәнемде белерһегеҙ.


Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.


Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр.


Был – Ғайса Мәсихкә бирелгән асылыш һүҙе. Тиҙҙән ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алла уны фәрештәһе аша Үҙенең ҡоло Яхъяға тапшырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ