Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 12:43 - Изге Яҙма

43 Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

43 Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

43 Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 12:43
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.


Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгелмен.


Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Ғайса: – Мин Үҙемде Үҙем данлап күтәрһәм, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам шөһрәт бирә.


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Һис кемдән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да дан-шөһрәт көтмәнек.


ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.


– Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ