Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 11:40 - Изге Яҙма

40 Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

40 Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

40 Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 11:40
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.


Йә Алла, ялбарыу ауазымды ишет; Дошмандар дәһшәтенән йәнемде һаҡла!


Ғүмерен оҙон ҡылырмын, Ҡотҡарыуымды бүләк итермен».


Ә иртәнсәк Раббының шөһрәтен күрерһегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең Үҙенән зарланғанығыҙҙы ишетте. Ә беҙ шул тиклем кем? Ниңә беҙ икәүгә дәғүә белдерәһегеҙ?


– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.


– «Ҡулыңдан килһә»? Был ни тигән һүҙ ул? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ғайса быны ишеткәс: – Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине.


Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.


– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.


Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ.


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ