42 Унда күптәр Ғайсаға инанды.
42 Һәм унда күптәр Ғайсаға инанды.
Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды.
Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр.
Ҡотҡарылыу байрамында Уның Йәрүсәлимдә күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды.
Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды.
Уның һүҙҙәрен ишетеп, тағы ла күберәк кешеләр Уға инанды.
Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды. Улар: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.
Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды.