Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 10:4 - Изге Яҙма

4 Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, алдан атлай, һарыҡтары артынан эйәреп бара, сөнки уның тауышын таныйҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, ул алдан атлай, ә һарыҡтар артынан эйәреп бара, сөнки улар уның тауышын таный.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, алдан атлай, һарыҡтары артынан эйәреп бара, сөнки уның тауышын таныйҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 10:4
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был һөйгәнемдең тауышы! Тау армыттарын артылып, Түбәләрҙән елеп ашығып килә!


Үҙем йоҡлаһам да йөрәк уяу… Ана, минең йән һөйгәнем шаҡый: «Ас миңә, һылыуым, һөйгән йәрем, Күгәрсенем минең, гүзәлем! Башым сыланды төнгө ысыҡҡа, Тамсыларҙан сәсем дымланды».


Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға.


Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағас, унан ҡасып китәләр.


Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем.


– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.


Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.


Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.


Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла,


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде.


Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте.


Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергән кеүек, был донъялағы ҡалған ваҡытты инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты.


Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ