37 Әгәр Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ.
37 Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ.
Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙгә әйткәйнем инде, әммә һеҙ ышанманығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла.
– Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.
Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.
Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.
Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине.