Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:44 - Изге Яҙма

44 Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

44 Филипп та, Андрей менән Петр кеүек үк, Вифсаида ҡалаһынан ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

44 Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:44
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,


– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.


Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон


Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды.


Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр.


Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр, ҡыл туҡымаға уранып һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбәгә килерҙәр ине.


Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай,


Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте.


Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филиппусты осратып: – Миңә эйәр! – тине.


Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Наҫанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан йүнле нәмә сығамы ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең, – тине Филиппус.


– Һин мине ҡайҙан беләһең? – тине Наҫанаил. – Филиппус саҡырғанға тиклем үк Мин һине инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуапланы Ғайса.


Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп: – Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.


Филиппус был хаҡта Әндриасҡа әйтте, үтенесте икәүләп Ғайсаға еткерҙеләр.


Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килгәнен күреп, Филиппусҡа: – Уларҙы ашатыр өсөн ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.


– Ике йөҙ динарлыҡ икмәк алғанда ла, һәр береһенә өлөшләп кенә бүлеп бирергә лә етмәҫ, – тип яуапланы Филиппус.


Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ