Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:13 - Изге Яҙма

13 Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:13
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сабыйҙар ҡорһағында бер-береһе менән тибешә башланы. Рабиға: – Ни өсөн миңә былай булды әле? – тип аптырап, Раббынан һорарға китте.


Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡыныраҡ күрҙе.


Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.


Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә фатихамды бирермен.


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.


Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Алланан тыуған кеше гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.


Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай.


сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ