Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Вәғәзсе 9:8 - Изге Яҙма

8 Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Вәғәзсе 9:8
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә


Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны.


Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.


Ул Раббының бәрәкәтен алыр, Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр.


Ошо өс аҙна эсендә татлы ризыҡ ашаманым, ит менән шарапҡа тотонманым, тәнемә май һөртмәнем.


Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп, Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ, Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай.


Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу.


Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


Һин йыуынып таҙарын, матур итеп кейен, еҫле май һөрт тә ырҙын табағына бар. Ләкин Боғаз ашап-эсеп алмайынса, күҙенә салынма.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ