Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Вәғәзсе 7:7 - Изге Яҙма

7 Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата, Ришүәт кешенең күңелен боҙа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата, Ришүәт кешенең күңелен боҙа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата, Ришүәт кешенең күңелен боҙа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Вәғәзсе 7:7
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.


Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә, ҡайҙа боролһаң да, файҙа килтерә.


Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ.


Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.


Ҡояш аҫтында ҡылынған эштәрҙең һәр ҡайһыһына илтифат иткәндә, мин быларҙың һәммәһен дә күрҙем. Бер кеше башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм уға зарар килтерә.


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


Ахиш ярандарына: – Был бәндәнең торғаны бер тиле икәнен күрмәйһегеҙме ни? – тип асыуланды. – Уны миңә нимә тип алып килдегеҙ?


Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ