Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Вәғәзсе 7:18 - Изге Яҙма

18 Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Вәғәзсе 7:18
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәҡүә кешегә һис ниндәй зарар теймәҫ, яуыз иһә золомға тулышҡан.


Мин тоғролоҡ юлынан, ғәҙеллек эҙҙәренән йөрөйөм,


Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр.


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Алланың һәр эше мәңгелек икәнен аңланым: уға бер нәмә өҫтәп тә, алып ташлап та булмай – Алла кешеләр Үҙенән ҡурҡһын өсөн шулай эшләгән.


Ниндәйҙер төбәктә ярлының ҡыҫырыҡланыуын, хаҡлыҡ һәм ғәҙеллектең юҡлығын күрһәң, быға ғәжәпләнмә; һәр бер түрәнең өҫтөнән унан юғарырағы, уларҙың өҫтөнән тағы ла юғарырағы бар.


Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм.


Залим яҡшылыҡ күрмәҫ, Алланан ҡурҡмағанға күрә, ғүмере күләгәнекеләй ҡыҫҡа булыр.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә.


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ