6 ахмаҡтар – юғарыла, байҙар иһә аҫта ултыра.
Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
Һаман, Мордехайҙың үҙе алдында теҙ сүкмәгәнен һәм йөҙтүбән ергә ҡапланмағанын күреп, бик ҡаты асыуланды.
Ахмаҡҡа муллыҡта йәшәү килешмәгән һымаҡ, ҡолға бейҙәр өҫтөнән хаким булыу килешмәҫ.
Тәҡүәләр еңһә, ил һөйөнә, яуыздар өҫтөн сыҡһа, кеше йәшенә.
Яуыздар артһа, кеше йәшенә, ҡырылып бөтһә, тәҡүәләр ишәйә.
Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә, яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша.
Ҡояш аҫтында йәнә бер яманлыҡ күрҙем – ул да булһа ил башлығының ғәҙелһеҙлеге: